Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләү иң юғары кимәлдә үтергә тейеш

Тулыраҡ: Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләү иң юғары кимәлдә үтергә тейеш

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан төҙөлгән объекттарҙа ваҡытында тапшырмаған, шулай уҡ уларҙы сафҡа индергәндә ҡаҙна аҡсаһына ҡул һуҙыусыларҙы ҡаты яза көтә. Хәҙер һәр объект өсөн хөкүмәт ағзалары һәм министрҙар шәхсән яуаплы буласаҡ. Ҡанунды боҙоусыларҙы биләгән вазифаларына ҡарамаҫтан яуапҡа тарттырасаҡтар. Ошо турала республика башлығы Рөстәм Зәки улы 100 йыллыҡты үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышында белдерҙе. Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Зәки улы иғлан иткән “Республиканың 100 йыллығына 100 объект” проекты төбәктә бихисап социаль мәсьәләрҙе хәл итәсәк. Объекттарҙың күпселеге һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәғәниәт тармағынан. 2018 йыл Башҡортостанда иң күп социаль объекттар сафҡа инер тип көтөлә. Заманса йыһазландырылған был спорт үҙәгендә хәҙер Башҡортостан данын яҡлар футболсылар шөғөлләнәсәк. “Өфө” клубының күнекмәләр базаһы өҫтөнлөклө төҙөлөш объекттарына индерелеп, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә файҙаланыуға тапшырылды. Әйткәндәй, тәбиғи түшәмле был республикалағы берҙән-бер футбол майҙансығы.Тағы ла бер спорт объекты баш ҡаланың төнъяҡ өлөшөндә төҙөлә. Республиканың 100 йыллыҡ юбилейына Инорс биҫтәһендә өр-яңы бассейн ҡалҡып сығасаҡ. Былтыр декабрь айында башланған төҙөлөш 1 йыл тирһәнедә сафҡа инергә тейеш.Бында спортсылар менән бер рәттән уҡыусылар ҙа шәғәлләнә аласаҡ.Ә бына Чесноковка ауылы уҡыусылары өсөн киләһе йыл өр яңы мәктәп үҙ ишектәрен аса. Һуңғы йылдарҙа Өфө янындағы был биләмә әүҙем үҫешә, башлыса, йәштәр күсеп килә һәм белем усағының яҡында булыуы төп мәсьәләгә әүерелде. Балалар баҡсаһы һәм мәктәпте берләштергән белем биреү комплексында эштәр графикка ярашлы бара.Заманса мәғариф учереждениеһы 10 мең квадрат метр майҙанды биләйәсәк, объект хаҡы 218 миллион һум. Башҡортостандың 100 йыллығына төҙөлгән объекттар исемлегендәге иң күләмле проекттарҙың береһе Республика онкология диспансерының яңы корпусы. Ул Волга буйы федераль округында берҙән-бер буласаҡ, ә хаҡы 1 миллиард һумға баһалана. Бында бер юлы 240 кеше дауалана аласаҡ.Онкология диспансерының майҙаны менән бергә мөмкинлектәре лә киңәйәсәк. Бында яман шеште тәүге стадияла асыҡлау һәм дауалау буйынса заманса ҡоролмалар урынлашытырыла. Республиканың 100 йыллығына төҙөлгән объекттар исемлеге менән интернет аша теләгән һәр кем танышыа ала. Интерактив картала һәр береһе хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт тә бар. 2019 йылда Башҡортостан үҙенең 100 йыллығын билдәләй. Юбилейлы байрам тантаналары үтеп китеп онотолор, ә күләме төҙөлөштәр йөҙйәшәр Башҡортостан халҡы өсөн хеҙмәт итер.