- Төнъяҡ-Кавказ йәштәренең “Машук” мәғариф форумында ирекмәндәр проекттары менән танышҡанда Рәсәй президенты объекттарҙың береһендә үҙ автографын ҡалдырҙы. Осетин башняһының реставрацияланған ишеге ил башлығы ҡулмамғаһынан һуң тағы ла ҡыйбатланды тип хәбәр итә, Раше тудей каналы.
- Италияның Генуя ҡалаһында ҡотҡарыусылар харабалар аҫтында тере ҡалғандарҙы эҙләүен дауам итә. Күпер емерелеүҙән кәм тигәндә 37 кеше һәләк булған. Шаһиттар фажиғә алдынан күперҙе йәшен атты, тип хәбәр итә.
- Ҡабулда шәхси мәктәпте шартлатҡандар. 48 абитуриент һәләк булған. Террорсы уҡыу йортона инеп үҙен шартлатҡан. Афғанстан президенты Әшрәф Ғәни фажиғә сәбәптәрен ентекләп тикшерергә саҡырған.
- Донъяның билдәле ял итеү урындарында һигеҙаяҡҡа хаҡ арта башлаған. Испанияла, әйтәйек, ул 40 процентҡа ҡыйбатланған. Бынан тыш, Японияла, Америкала, Мексикала һәм тағы ла башҡа бик күп илдәрҙә һигеҙаяҡҡа ҡапыл хаҡтар күтәрелгән.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре