Роспотребнадзор идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2018 йылдың 1 ғинуарына белгестәр ата-әсәләрҙең баш тартыуы арҡаһында ҡыҙылсанан прививка яһатмаған 2 мең 687 баланы асыҡлаған. Әле уларҙың күбеһе прививка эшләткән. Өлкәндәргә килгәндә, йыл башында вакцина һалынмаған 3 мең 842 кешенең 96 проценты прививка яһатҡан. 18 июндән 6 авгусҡа тиклем Башҡортостанда ҡыҙылса йоҡторған 22 кеше теркәлгән. Уларҙың 13-ө — балалар, 9-ы — өлкәндәр.
Ҡыҙылса сәбәпле Башҡортостанда йәшәүселәр табиптарға йышыраҡ мөрәжәғәт итә башлаған
Тулыраҡ: Ҡыҙылса сәбәпле Башҡортостанда йәшәүселәр табиптарға йышыраҡ мөрәжәғәт итә башлаған