Белгестәр билдәләүенсә, һары үрмәкселәр ағыулы. Нуғай ауылында унан йәрәхәтләнеүселәр ҙә бар. Һары быуынтыҡ аяҡлының тап Башҡортостанда таралыу сәбәбе нимәлә? Нина Иванова ғүмерендә беренсе тапҡыр ҙур һәм һары төҫтәге үрмәксене күреп аптырашта ҡала. Ул шунда уҡ тормош иптәшен саҡыра. Ире үрмәксене тышҡа сығарырға теләй, әммә көтмәгәндә һары төҫтәге ят үрмәксе уның бармағын тешләй.Нина Иванованың тормош иптәшенә дауаханала тейешле уколдарҙы ҡаҙағас ҡына хәл керә. Асыҡланыуынса, бындай һары үрмәксе күршеләрендә лә осраған. Евгений йәшәгән йортон яңы ғына һатып алған. Бындай ят үрмәксене ул өйҙөң эсендә күрермен, тип һис уйламаған. Бынан тыш, йорттоң тышы үрмәксе ауы менән уратылған.Аптырашта ҡалған халыҡ ят үрмәксене фотоға төшөрөп ала. Һары эсле, ҡыҙғылт-һары башлы, ҙур яңаҡлы һәм арҡаһында оҙонса һыҙыҡ. Бындай һыҙаттар, күбеһенсә, ағыулы быуынтыҡ аяҡлыларҙа осрай.Был үрмәксене тапҡас та ошондай һауытҡа урынлаштырғандар. Ул, күренеүенсә, әле тере. Шаһиттар һөйләүенсә, үрмәксе кешене ырғып тешләй. Зоологтар иһә ят үрмәксенең тап Башҡортостанда таралыуын уларҙың йәшәү мөхитенең ҙурайыуы һәм эҫе һауа торошона бәйләй. Лабораторияла был үрмәксенең ағыулы икәне иҫбатланды. Әгәр ҙә һары үрмәксе кешене тешләһә йәрәхәтләнеүсе өшөп ҡалтырана, башы әйләнә, күңеле болғана, тешләнгән урыны ҡыҙарып сыға, шешә һәм ҡысыта башлай. Һары үрмәксе бер йыл ғына йәшәй. Улар йәй аҙағында күпләп үрсей башлай. Ул кешегә үҙе башлап һөжүм итмәй, ә бары һаҡлана ғына. Шуға ла белгестәр, уға ҡул менән теймәҫкә кәңәш итә.
Өфө районы Нуғай ауылында йәшәүселәр һары төҫтәге үрмәксегә тап булған
Тулыраҡ: Өфө районы Нуғай ауылында йәшәүселәр һары төҫтәге үрмәксегә тап булған