Баш ҡалала шәхси йорт һәм ике ҡатлы барак күп ҡатлы өйҙәр төҙөлөшө араһында ҡалған. Торлаҡ хужаларына көнө буйы техника тынғы бирмәй. Бынан тыш, төҙөлөш ҡалдыҡтары оса. Ә яңыраҡ экскаватор бер йорттоң баҡсаһын туҙҙырған. Был ваҡиғала саҡ баланың ғүмере өҙөлмәгән.Экскаватор баҡсаның ҡапҡаһын емергән һәм емеш ағастарын теләфләгән. Ә ошо тирәлә 12 йәшлек малай ҡурай еләге ашап ултырған. Бәхеткә күрә, уның өҫтөнә экскаваторҙың сүмесе төшмәгән, ә бысраҡ һыуы ғына ҡойолған.Өйгә малай тотошлай бысраҡҡа буялып килеп ингән. Кеше ғүмеренә хәүеф янағас, өлкәндәр шунда уҡ балаларҙы таныштарына оҙатҡан. Экскаватор Татьяна Желватыхтың баҡсаһында урынлашҡан ағасты йығышырға ярҙам итергә тейеш булған. Әммә, ул ҡойоға батҡан, сөнки, яҡында ғына шишмә аға. Техника сығырға маташҡанда, тирә-яғын туҙҙырған. Төҙөлөш эштәре уҙған йыл көҙ башлана. Яңы тау тыҡрығында урынлашҡан өйҙәр янында хәҙер 16 ҡатлы йорт күтәрелгән. Ә бер аҙна элек тағы бер торлаҡ нигеҙенә соҡор ҡаҙылған. Шәхси йортта һәм ике ҡатлы баракта 30-ға яҡын кеше теркәлгән. Улар араһында бәләкәй балалар ҙа бар. Техника эшенән йорттар һелкенә һәм диуарҙары ярыла. Халыҡ иһә артабан түҙергә йыйынмай.Хакимиәт белгестәре иһә йорттар тирәһендәге ерҙе төҙөлөш ойошмаһы ҡуртымға алған тип белдерә. Йәғни, кешеләр үҙ баҡсаһына ла сыға алмай.Төҙөлөш ойошмаһы етәкселеге иһә баҡсаның бындай хәлдә икәненә хәбәрҙар булмаған. Улар тәртипһеҙлекте күреп аптырашта ҡалды. Әммә, мәсьәләне хәл итергә вәғәҙәләне.Торлаҡ хужаларына бирелгән документ буйынса уларҙы 2005-се йылда уҡ күсерә башларға тейеш булғандар. Күпте түҙгән әҙенә түҙә ул, ти халыҡ мәҡәле. Беҙ был мәсьәләне күҙәтеп барасаҡбыҙ.
Өфөлә кешеләр төҙөлөш эсендә йәшәргә мәжбүр
Тулыраҡ: Өфөлә кешеләр төҙөлөш эсендә йәшәргә мәжбүр