Башҡортостанда бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары операторҙарын өйрәтеү дауам итә

Тулыраҡ: Башҡортостанда бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары операторҙарын өйрәтеү дауам итә

Быйыл Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һайлауҙа республика буйынса 811 КОиБ ҡуйыласаҡ. Комплекстар һайлау хоҡуғына эйә булған халыҡтың 50 процентына гражданлыҡ бурысын үтәргә мөмкинлек бирә. Һайлау участкаларынан билдәләнгән икешәр кеше Коиб менән эшләргә өйрәнә. Быға тиклем ошондай курсттар республика район-ҡалаларында уҙғарылған. Ә хәҙер көн һайын Өфө райондарында ойошторола. Билдәле булыуынса, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һайлау 9-сы сентябрҙә үтә.