Был 2018 йылдың 18 авгусы — өс һигеҙле датаның шәмбегә тура килеүе менән бәйле. Сикһеҙлекте белдергән һандар аҫтында Башҡортостанда ла меңгә яҡын пар өйләнергә теләк белдергән. 2018 йылдың 18 авгусын туй көнө итеп Диана Зарипова буласаҡ тормош иптәше менән юҡҡа ғына һайламаған. Хатта йөҙөктәр һауыты ла сикһеҙлекте белдергән һигеҙ һаны формаһында эшләнгән. Ә инде был көндә туй мәжлесе тейешле кимәлдә үтһен өсөн йәштәр уға ун ай алдан уҡ әҙерләнә башлаған. Ысынлап та, 18.08.18 — өс һигеҙле дата күптәрҙе ылыҡтара. Өҫтәүенә, ул шәмбегә тура килә. Был көндә никахтарын теркәргә теләктәрен белдереп, Башҡортостан ЗАГС-тарына 781 ғариза бирелгән. Туйҙарҙың күп өлөшө Өфөгә тура килә. Баш ҡалала сәстәрен сәскә бәйләргә 210 пар йыйына. Артабан әҙ генә ҡалыша килә Октябрьский, Салауат, Нефтекама һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары.Өйләнергә теләгәндәрҙең һаны буйынса беренсе урында Киров районының ЗАГСы тора. Был граждандар хоҡуҡтары акттарын теркәү идаралығы көнөнә иң күбе 40 парҙы ҡауыштыра ала. Был датаға ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙың артыуы һандарҙың ғына түгел, ә уларҙың мәғәнәһенең дә матурлығы менән аңлатыла. Нумерологтар әйтеүенсә, һигеҙ һаны байлыҡ, муллыҡ, үҫеш һәм сикһеҙлек символы. Ул яңы тыуған ғаиләгә бәхет,уңыш килтерә, тоғролоҡто арттыра, тип иҫәпләнә.Әйтергә кәрәк, ошоға оҡшаш сикһеҙлекте белдергән матур һандар 2008 йылдың 8 авгусында ла булғайны. Бындай көндәр туй үткәрергә ярҙам итеүсе хеҙмәттәр өсөн дә килем алырға ҡулай. Заказдарҙың күп булыуын туй күлдәктәре салондары ла дәллиләй. Әммә өйләнеүселәрҙең бәхетенә, һорау күп булһа ла, хаҡтар артмаған. Тик фотограф, видеограф, тамада кеүек кәрәкле кешеләр менән алдан һөйләшеп ҡуйырға тура килә. Туй – кешенең ғүмерендә иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе. Шуға ла һөйгән йәрҙәр был сараның бөтә яҡлап та матур үтеүен теләй. Хатта матур дата һайларға тырыша. Күрәһең, ысынлап та, һигеҙ һанының яҙмышҡа ниндәйҙер йоғонтоһо барҙыр. Ғашиҡтарҙың никах балдаҡтары ла юҡҡа ғына һигеҙ һанын хәтерләтмәй бит.
Иртәгә илдә күп һанлы туй мәжлестәрен күҙәтергә мөмкин
Тулыраҡ: Иртәгә илдә күп һанлы туй мәжлестәрен күҙәтергә мөмкин