Иң яҡшы кондитер

Тулыраҡ: Иң яҡшы кондитер

Ошо көндәрҙә „Һөнәре буйынса иң яҡшыһы„ тип исемләнгән Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашырға теләүселәр баш ҡалала „Иң яҡшы кондитер„ номинацияһы өсөн көс һынашты. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Гөлназ Жданова өсөн ике сәғәт эсендә торт, пироженое бешереүҙең бер ауырлығы ла юҡ. Был һөнәрҙе бала саҡтан үҙләштереп үҫтем, ти ул.Конкурста Башҡортостандың төрлө райондарынан килгән һигеҙ оҫта ҡатнаша. Бирелгән ике сәғәт эсендә уларға ике төрлө торт һәм өс төрлө пирожный әҙерләп өлгөрөргә кәрәк.Конкурста ҡатнашыусыларға ҡәтғи талаптар ҙа ҡуйылған. Шуларҙың бер-нисәүһен атап китәйек. ..... Эш урынының тәртиптә булыу мотлаҡ, бешеренергә бүленгән аҙыҡ-түлекте әрәм итмәйенсә генә ҡуллана белеү зарур. Шулай уҡ әҙерләнгән аҙыҡ тәмле һәм тышҡы яҡтан да матур биҙәлгән булырға тейеш.Белгестәр әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа кондитер һөнәре иң ҙур ихтыяж менән файҙаланған 50 һөнәр исемлегенә ингән. Конкурстың маҡсаты ла йәштәрҙе эшсе һөнәрҙәргә йәлеп итеү, ти ойоштороусылар.Тәмлекәстәр бешереү оҫтаһы — ул үҙенә генә хас сифаттарға эйә кеше. Был эш техник белемде генә түгел, ә күңел йылыһын һалып башҡарыу ҙы ла талап итә. Номинацияла еңеүсе – артабан көс һынашыр өсөн Тамбовҡа юлланасаҡ.