Иртәгә 21 август Ислам диненең оло байрамы — Ҡорбан ғәйете. Республикала ул ял көнө тип иғлан ителгән. Байрамды бөтә мосолмандар түҙемһеҙләнеп көтә. Ҡорбан ғәйетендә барлыҡ мосолмандар иртә менән мәсеттәргә йыйылып, намаҙ уҡый. Шулай уҡ был көндө хәйер биреү, яҡындарың менән күрешеү, бүләк тапшырыу кеүек изге ғәмәлдәр башҡарыла. «Ҡорбан» һүҙе «яҡынайыу» мәғәнәһендә, Аллаһы Тәғәләгә изге ғәмәлдәр менән яҡынайыуҙы аңлата. Байрам көнөндә ҡорбан салыу -бөйөк бүләккә ирештерә торған яҡшы эш. Ҡорбан өсөн мал – дөйә, һыйыр, кәзә йәки һарыҡ махсус һимертелә. Салынасаҡ мал һау-сәләмәт булырға тейеш. Иттең бер өлөшө ярлыларға һәм мохтаждарға таратыла, икенсе өлөшөн байрам табынын әҙерләү, туғандарға, дуҫтарға бешереп ашатыла, ә өсөнсө өлөшөн инде мосолман үҙеңә алып ҡалырға мөмкин. Ҡорбан байрамының иң ҙур йолаһы — Мәккә-Мәҙинәгә хаж ҡылыу. Исламға нигеҙ һалынған Мәккә Мәҙинәлә был көндәрҙә донъяның барлыҡ тарафтарынан миллиондарса мосолмандар йыйыла. Башта улар микат алдында ниәт әйтә. Һуңынан руханиҙар Әл-Харам мәсетендә «ҡара ташҡа» ҡағыла. Ҡорбан байрамы көнөндә диндарҙар тәүәф ҡыла – Ҡаф тауын ете тапҡыр сәғәт әйләнешенә ҡаршы урай. Бөгөн ҡояш байыу менән бөтә мосолман халҡына доғалар уҡыу, теләктәр теләү хәйерле. Сөнки ғәйет алды кисендә ҡылынған доғалар ҡабул була, тиелә Ҡөръән Кәримдә.
Бөгөн мосолмандар Ғәрәфә көнөн билдәләй
Тулыраҡ: Бөгөн мосолмандар Ғәрәфә көнөн билдәләй