Быйыл сараны үткәреүҙә бер аҙ үҙгәрештәр ҙә бар. Быға тиклем һәр мәсет үҙ биләмәһендә ҡорбан сала ине, ә хәҙер Өфөлә бының өсөн дөйөм бер урын бүленгән. Барлыҡ малдарҙы башҡаланың Зинино ҡасабаһындағы "Ҡарауан" сауҙа үҙәге янына килтерәсәктәр. Әле бында һәр мәсет ҡорбан салыу өсөн үҙ майҙансығын әҙерләй. Был изге эш мосолман ҡанундарына ярашлы һәм санитар нормаларына тап килтереп башҡарылһын өсөн махсус комиссия күҙәтеү алып бара. Әйткәндәй, Өфө мәсеттәренән ҡорбан салыу урынына өҫтәмә өс маршрут йөрөйәсәк. Ҡорбан Ғәйетенә бағышлаған саралар башҡаланың 19 иман йортонда һәм доға ҡылыу залдарында үтә. Бында иртә менән ғәйет намаҙҙары уҡыла. Байрам сараларына һәр кем ҡушыла ала. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 21 август — республикала ял көнө, тип иғлан ителгән.
Ҡорбан Ғәйетен билдәләүгә республикала һуңғы әҙерлек эштәре бара
Тулыраҡ: Ҡорбан Ғәйетен билдәләүгә республикала һуңғы әҙерлек эштәре бара