Мәҙәни усаҡ „Башҡортостандың 100 йыллығына йөҙ объект„ проекты сиктәрендә төҙөлдө. Яңы Күл ауылынан ҡунаҡҡа килеүсе „Гөлнәзирә„ ветерандар фольклор ансамбле мәҙәниәт йортон асыуға етди әҙерләнгән. Бейеү-йырҙан башҡа, тамбур сигеүен ҡулланып һәр береһенә алъяпҡыс, бал итәкле күлдәктәр тегеп кейгәндәр.Иҫке күл ауылы һәләтле кешеләргә бай, улар үҙешмәкәр түңәрәктә ихлас шөғөлләнәләр. Әлегәсә саралар ойоштороу, коллектив менән репетициялар үткәреү өсөн шарттар булмай. Хәҙер иһә мәҙәниәт йортоноң яңырыуы, дәртләнеп ижад итергә этәргес.Иҫке Күл мәҙәниәт йорто нигеҙендә ойошторолған „Йәшлек„ вокал түңәрәге, „Ҡояшҡай„ бейеү төркөмө һәм Ҡумыҙсы-ҡурайсылар ансамбле районда үткән бер саранан да ҡалмай. Яңы мәҙәниәт усағының төҙөлөүе ижад итергә тағы ла дәрт өҫтәйәсәк.Иҫке күлдә барлығы ете йөҙҙән ашыу кеше йәшәй. Ауыл мәҙәниәт йортонда ремонт эштәре башланып, күңелле ял итеү, үҙ-ара аралашыу өсөн уңайлы шарттар булдырыуға йәштәр генә түгел, ололар ҙа һөйөнә.Социаль мәҙәни үҙәктә халыҡтың ялы өсөн бар шарттар ҙа тыуҙырылған. Бинала китапхана, фельдшер пункты, ял итеү һәм күргәҙмә ойоштороу урыны ла бар. Күрше ауылда йәшәүсе ҡул оҫтаһы күргәҙмәгә беренсе булып үҙ эштәрен алып килгән.Мәҙәниәт усағы ауыл ерендә халыҡтың рухи үҫешенә етди этәргес бирергә тейеш. Мәҙәниәт йорто күңел асыу урыны ғына түгел, ул халыҡты рухи йәһәттән байытырға, ауыр ваҡыттарҙа кешенең күңелен күтәрергә, йәшәүгә дәрт бирергә тейеш, — тип иҫәпләй Иҫке күлдәр.Рәсми асыштан һуң, халыҡ тап боронғоса тышҡа сығып йырлап-бейеп күңел аса. .....Мәҙәниәт йортоноң асылыуы ауыл халҡы өсөн ҙур бер байрам.Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Зәки улы иғлан иткән “Республиканың 100 йыллығына 100 объект” проекты төбәктә бихисап социаль мәсьәләрҙе хәл итәсәк.
Объекттарҙың күпселеге һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәғәниәт тармағынан. 2018 йыл Башҡортостанда иң күп социаль объекттар сафҡа инер тип көтөлә. Республиканың 100 йыллығына төҙөлгән объекттар исемлеге менән интернет аша теләгән һәр кем танышыа ала. Интерактив картала һәр береһе хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт тә бар. 2019 йылда Башҡортостан үҙенең 100 йыллығын билдәләй. Юбилейлы байрам тантаналары үтеп китеп онотолор, ә күләме төҙөлөштәр йөҙйәшәр Башҡортостан халҡы өсөн хеҙмәт итер.