2016 йылда "Урындағы инициативаларҙы яҡлау" дәүләт программаһы буйынса башланған эш быйыл тамамланыуға бара

Тулыраҡ: 2016 йылда "Урындағы инициативаларҙы яҡлау" дәүләт программаһы буйынса башланған эш быйыл тамамланыуға бара

Миәкәнең район үҙәгендә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Муса Йәлил етәкселегендәге «Иҙел-Урал» йәшерен легион ағзаһы Ғәлләнур Бохараев исемендәге ял паркын төҙөкләндерәләр. 2016 йылда "Урындағы инициативаларҙы яҡлау" дәүләт программаһы буйынса башланған эш быйыл тамамланыуға бара. Спорт менән шөғөлләнәбеҙ, ял да итәбеҙ, тип һөйөнә Ҡырғыҙ-Миәкә халҡы. Ҡасандыр ҡороған ҡайындар ултырған майҙанда хәҙер балалар өсөн уйын майҙансығы һәм асфальт һуҡмаҡтар. Социаль йүнәлешле коммерциялы булмаған ойошмаларҙың йәмғиәт өсөн мөһим программаларын субсидиялау конкурсында еңгәндән һуң барлыҡҡа килгән "Бергә йөрөйбөҙ, барыбыҙ ҙа йөрөйбөҙ!" һауыҡтырыу төркөмөнөң күнекмәләре лә хәҙер яңы паркта үтә.Миәкә районы биләмәләре урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһында 3 йыл эсендә 35 млн һумға барыһы 43 проектты тормошҡа ашырған. Ҡағиҙәгә ярашлы, кәрәкле сумма урындағы халыҡ, бағыусылар, район һәм дәүләт ҡаҙнаһы иҫәбенә туплана. Районда халыҡ йыйған өлөш уртаса 10 процентҡа тиң. Ял паркын төҙөкләндереү эштәренә өс йыл эсендә 5 млн һумдан күберәк аҡса йәлеп ителгән.Ғәлләнур Бохараев исемендәге ял паркы янында заманса йыһазландырылған спорт майҙансығы эшләй. 5 млн һумлыҡ спорт майҙаны бағыусыларҙың һәм дәүләт ҡаҙнаһы иҫәбенә төҙөлгән. Ул етәкселектең ғорурлығы булһа, балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең үҫеш урыны.Үҙәктә урынлашҡан ял урындары ла иғтибар үҙәгендә. Миәкә халҡы бер нисә проект буйынса биләмәләрен төҙөкләндерә. Был проекттарҙан Еңеү скверы ла ситтә ҡалмаған. Эштәр план буйынса киләһе йылда тамамланыға тейеш булһа ла, эшселәр скверҙы халыҡҡа быйылғы көҙҙә үк тапшырырға ниәтләй.Миәкә районы етәкселеге биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүлә. Район халҡы ла төҙөк һәм матур ауылдарҙа йәшәүҙе өҫтөн күрә һәм был юҫыҡта көсөн йәлләмәй.