Башҡортостан мосолмандарын Ҡорбан байрамы менән ихлас ҡотлайым! Республика мосолмандары хәйриә эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша, ғаилә ҡиммәттәрен ҡәҙерләп һаҡлай, балаларҙа хеҙмәткә һәм ололарға һөйөү тәрбиәләй. Башҡортостанда яңынан-яңы мәсеттәр төҙөлә, дини белем биреү системаһы үҫешә, конфессия-ара татыулыҡ нығына. Ҡорбан байрамы беҙҙең республикала рухи үҫеш, дуҫтарса мөнәсәббәт шарттарында үтә. Диндарҙар мохтаждарҙы һыйлай, туғандарына, яҡындарына ҡунаҡҡа бара. Был изге традициялар барлыҡ быуын вәкилдәрен берләштерә, тиелә республика башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов ҡотлауында.
Республика мосолмандарын Ҡорбан байрамы менән Рөстәм Хәмитов ҡотланы
Тулыраҡ: Республика мосолмандарын Ҡорбан байрамы менән Рөстәм Хәмитов ҡотланы