Бөгөн Салауат йәмиғ мәсетендә лә ғәйет намаҙы яңғыраны

Тулыраҡ: Бөгөн Салауат йәмиғ мәсетендә лә ғәйет намаҙы яңғыраны

Халыҡ иман йортона ағылды ла ағылды. Салауат йәмиғ мәсете, 1985 йылда төҙөлә башлай. Ул бик оҙаҡ төҙөлә. Тәүге намаҙ бында тик 2002 йылдың декабрендә уҡыла. Майҙаны буйынса мәсет Башҡортостанда Ләлә Тюльпандан һуң икенсе урынды биләй. Республиканың иң ҙур мәсеттәренең береһенә, төбәктең һәр мәсетендәге кеүек үк, бөгөн мосолман ҡәрҙәштәребеҙ Ҡорбан ғәйете намаҙын уҡыны.Мәсеткә халыҡ бер туҡтауһыҙ ағыла. Ҡорбан байрамының ни тиклем мөһим булыуын, бында килеүсе һәр кем яҡшы аңлай.Салауат йәмиғ мәсете мөфтөйө Рәмил Хәҙрәт Насыров халыҡты байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.Аллаһ ибраһимдың ҡорбанға килтереләсәк улын һарыҡ бәрәсенә алыштырырға бойорған көндән алып, рәхмәтле мосолмандар ҡорбан салдыра. Аллаһы тәғәләнең ризалығын ала. Ҡорбан ғәйетенең тәүге көнөндә Салауат йәмиғ мәсете янында йыл да халыҡты былау менән һыйлайҙар.Ҡорбан салыу — шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе булып тора. Ҡорбанды, байрам намаҙынан һуң башлап, ун икенсе Зөлхизәнең аҡшам ваҡытына ҡәҙәр салырға була.