Башҡортостандың күренекле мәҙәниәт хеҙмәткәре, республикабыҙҙың кино сәнғәтенә нигеҙ һалыусы Әмир Ғәбделмән улы Абдразаҡов 1990-сы йылда киностудияның беренсе директоры һәм ойоштороусыһы була.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы Әмир Ғәбделмән улының «Ҡанаттарым минең» исемле фильмы тамамланмай ҡала. Фильм донъя кимәлендә танылыу яулаған опера йырсылары Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтарға арнала. Әмир Абдразаҡовтың эшен киностудия режиссеры Вилүрә Иҫәндәүләтова дауам итәсәк.
Башҡортостан киностудияһы Әмир Абдразаҡов исемен йөрөтәсәк
Тулыраҡ: Башҡортостан киностудияһы Әмир Абдразаҡов исемен йөрөтәсәк