Был көндө 1991 йылда Мәскәүҙә беренсе тапҡыр өс төҫлө Рәсәй флагы күтәрелә. 1994 йылдан ил президенты указы менән был көн рәсми билдәләнә.Байраҡтағы аҡ төҫ – тыныслыҡ, таҙалыҡ, намыҫлыҡ һәм камиллыҡты, күк – тоғролоҡ һәм тотороҡлоҡто, ҡыҙыл төҫ – көс һәм ҡеүәтте, Ватан өсөн ҡойолған ҡанды сағылдыра. Дәүләт флагы Рәсәй Федерацияһының гербы һәм гимны кеүек үк дәүләт мөстәҡиллеге символы булып тора. Бөгөн Дәүләт флагы көнөнә арнап Республиканың ҡала райондарында төрлө акциялар, флешмобтар, автосәйхәттәр ойошторола.
Бөгөн илдә Дәүләт флагы көнө билдәләнә
Тулыраҡ: Бөгөн илдә Дәүләт флагы көнө билдәләнә