Һайлауҙан бер кем дә ситтә ҡалырға тейеш түгел

Тулыраҡ: Һайлауҙан бер кем дә ситтә ҡалырға тейеш түгел

Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында күҙҙәре насар күргән һәм бөтөнләй күрмәгән кешеләр өсөн кәрәкле белешмә әҙерләнде. Брайль шрифты менән баҫылған документты уҡып, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутаттарҙы һайлауға бәйле мәғлүмәттәр алырға мөмкин. Йыл һайын күреү һәләтенән мәхрүм кешеләр өсөн Брайль шрифты менән төрлө китаптар әҙерләнә. Ә һайлау алдынан һуҡырҙар өсөн махсус китапхана һайлауға арналған белешмә баҫтыра. Башҡортостанда 260 меңдән ашыу мөмкинлеге сикләнгән кеше йәшәй. Был дөйөм һайлау хоҡуғына эйә булғандарҙың 10 процент тирәһе. Шуларҙың 7 меңгә яҡыны күреү һәләтенән мәхрүм булғандар. Брайль шрифты менән әҙерләнгән белешмә башҡорт һәм рус телендә баҫтырылған. Тиҙҙән, улар һайлау участкаларына таратыласаҡ. Башҡортостанда быйыл мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн 6 һайлау участкаһы булдырыла. Улар бюллетендәрҙе эшкәртеүсе комплекстар — КОИБ-тар менән дә йыһазландырыла. Инвалидтарға яңы ҡоролма менән эш итергә ирекмәндәр ярҙам итәсәк. Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарын һайлауға әҙерлек башланды ла инде. Быйыл республикала 3 мең 400-ҙән ашыу һайлау участкаһы ойошторола.Һайлау көнөндә Вәсилә Хәкимйәнова эштә буласаҡ. Шуға күрә ул гражданлыҡ бурысын хеҙмәт урынына яҡын һайлау участкаһында үтәйәсәк.Быйыл төбәктә 811 һайлау участкаһы белютендәрҙе эшкәртеүсе комплекстар менән йыһазландырыла. Быға тиклем Башҡортостанда ул тиклем КОИБ ҡуйылмай торғайны. Депутаттарҙы эштә йә башҡа урында һайларға теләгәндәр алдан ғариза яҙа ала. 25-се июлдән 5-се сентябргә тиклем территориаль һайлау участкаларында һәм күп функциялы үҙәктәрҙә быны эшләргә мөмкин. Ә 29-сы августан участка һайлау участкаларында ла ғариза ҡалдырырға мөмкин.