Башҡортостанда “цифраны тоҡандыр ” акцияһы дауам итә. Ул халыҡҡа заманса сифатлы телевидение — мультиплекстың үҙенсәлектәрен аңлатып, “цифраны тоҡандырырға” ярҙам итеүгә арналған. Башҡортостанда йәшәүселәр хәҙер юғары сифатта бушлай 20 телеканал ҡарай ала. Цифралы сигнал күпкә яҡшыраҡ, уның һүрәте лә сағыу, тауышы ла сифатлы. Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы Рәсәй телерадио селтәре менән берлектә үткәргән “Цифраны тоҡандыр” акцияһы 24 сентябрь Миәкәлә ойошторола. “Цифраны тоҡандыр”акцияһы республиканың билдәле сәхнә йондоҙҙары сығышы менән үрелеп барасаҡ. Бынан тыш, акцияла ҡатнашыусылар ҡиммәтле бүләктәр ҙә ота ала. Цифраға күсер өсөн телевизорға антеннаны ғына тоташтырырға кәрәк. Әгәр телевизор 2014-се йылдан иртәрәк етештерелгән булһа, сигналды ҡабул итер өсөн махсус приставка кәрәк буласаҡ. “Цифраны тоҡандыр” акцияһы 9-сы августта Дыуан районының Мәсәғүт ауылында старт алды. Цифралы телевидение бында тәүгеләрҙән булып килде. Район халҡы хәҙер юғары сифатлы 20 канал ҡарай ала. “Цифраны тоҡандыр” акцияһы кискеһен Мәсәғүт ауылының мәҙәниәт йортонда байрам концерты, викториналар менән дауам итте. Төп приз — заманса телевизорҙы 15-йәшлек Сынбулат Нурғәлин кеүек һәр кем ота ала. 24-се август цифралы десант Миәкә районына төшәсәк.24-се август Миәкә районында урындағы халыҡҡа цифралы телевидениеның эшләү тәртибе, мөмкинлектәре һәм үҙенсәлектәре ентекләп аңлатыласаҡ. Байрамға килеүселәр яратҡан йырсыларының сығыштарын да ҡарай ала. “Цифраны тоҡандыр” акцияһы барышын беҙҙең медиахолдинг каналдарында күҙәтергә мөмкин. Акцияның төп маҡсаты – Башҡортостанда һәр йәшәүсеһе һәр кем цифралы телевидениены бушлай ҡарай алырға тейеш. Кабель һәм юлдаш оперторҙары менән сағыштырғанда, цифралы телевидение өсөн түләүҙең кәрәге юҡ.
Цифраны тоҡандыр
Тулыраҡ: Цифраны тоҡандыр