Башҡортостан үҫеш юлында

Тулыраҡ: Башҡортостан үҫеш юлында

Башҡортостанда инвестициялар йәлеп итеүгә иғтибарҙы арттырырға кәрәк. Төҙөлөштә лә хәл итәһе мәсьәләр етәрлек булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан Волга буйы федераль округында файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ күләме буйынса тәүге урындарға сыҡты. Бюджетты тулыландырыуҙа ла уңыштар бар ошо хаҡта бөгөн республика башлығы Рөстәм Зәки улы үткән алты айҙағы үҫеш йомғаҡтарына арналған кәңәшмәлә белдерҙе.