Мәғариф учреждениеһы икенсе смена мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итәсәк. Быға тиклем уҡыусылар алыҫ урынлашҡан мәктәптәргә йөрөп уҡырға мәжбүр булған. Хәҙер балаларға һәм ата-әсәләргә борсолорға урын юҡ. Белем усағы “Башҡортостандың 100 йыллығына — 100 обьект” проекты сиктәрендә төҙөлгән. Сәфиуллиндар ғаиләһе түҙемһеҙләнеп яңы уҡыу йылын көтә. Улдары Тимур быйыл беренсе класҡа бара, ә иң мөһиме ул яңы мәктәптә белем аласаҡ.Әйткәндәй, Благовещенда йылдан йыл демография хәле яҡшыра. Районда 20 мәктәп бар, уларҙа 6 мең 200-ҙән ашыу бала уҡый. Һуңғы йылда ғына уҡыусылар һаны 700-гә артҡан. Ҡалала мәктәп мәсьәләһе былай ҙа киҫкен тора. Мәҫәлән, 70-се йылдарҙа төҙөлә башлаған 2-се микрорайонда бөтөнләй белем усағы булмаған. Был мәсьәләгә Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов иғтибар иткәс, 2016-сы йылда яңы белем усағына нигеҙ һалына. Мәғариф учреждениеһы “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” проекты сиктәрендә төҙөлгән.Мәктәп төҙөлөп бөткән, әле кластарҙы йыһазландырыу эше бара. Мәғариф идаралығы уҡыу кәрәк-яраҡтары, компьютер кеүек башҡа ҡоролмалар менән тәьмин итә. Ә бына спорт залы тулыһынса әҙер. Мәктәптә заманса китапхана, информатика класы, фотолаборатория буласаҡ. Был иһә уҡыусыларҙы беренсе кластан төрлө һөнәргә уҡытырға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ, бында техник йүнәлеш буйынса уҡытасаҡтар. Белем усағының коридорҙары киң, түбәһе иһә быяланан эшләнгән. Шулай уҡ, мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн шарттар тыуҙырылған. Әйткәндәй, быға тиклем Благовещен ҡалаһында лифт менән мәктәп булмаған. Благовещен мәғариф учреждениеларында урын етмәү сәбәпле 843 бала төштән һуң уҡырға мәжбүр. Был мәктәп файҙаланыуға тапшырылыу менән икенсе микрорайонда йәшәүсе уҡыусыларҙың алыҫҡа йөрөмәйенсә белем алыу мөмкинлеге тыуасаҡ. Ә иң мөһиме башҡа белем усаҡтарында икенсе сменала уҡыусылар кәмейәсәк.
Благовещенда яңы мәктәп асыла
Тулыраҡ: Благовещенда яңы мәктәп асыла