Бөгөн “Ред Вингз” самолетына бәйле тағы ла бер ғәҙәттән тыш хәл теркәлде. Был юлы Өфөлә түгел, Симферопольда. Самолет шартлатҡыс һалыныу тураһындағы хәбәрҙән һуң Башҡортостанға бер сәғәткә һуңлап килеп етте. Өфөлә ТУ-204 самолетына бәйле кисәге ғәҙәттән тыш хәлде тикшерең дауам итә. Тәфтишселәр фекеренсә, самолет техник яҡтан төҙөк булмаған. Уның турбинаһы янып китеү сәбәпле енәйәт эше ҡуҙғатылды. Кисә һул яҡ двигателенең янып китеүе сәбәпле “Ред Вингз” авиакомпанияһының Өфө-Сочи рейсы менән осоусы ТУ-204 самолеты Өфө аэропортына ултырырға мәжбүр булды. Йәрәхәтләнеүселәр һәм һәләк булыусылар юҡ
Самолеттың турбинаһы янып китеү сәбәпле енәйәт эше ҡуҙғатылды
Тулыраҡ: Самолеттың турбинаһы янып китеү сәбәпле енәйәт эше ҡуҙғатылды