Үлемгә килтергән юл киҫелеше

Тулыраҡ: Үлемгә килтергән юл киҫелеше

Шаҡша ҡасабаһына киткән юлда һәр ваҡыт авариялар теркәлеү сәбәпле, урындағы сауҙа баҙары хеҙмәткәрҙәре 800 мең һумдан ашыу аҡса йыйып светофор ҡуйҙырта. Әммә баш ҡала хакимиәте светофор юл хәрәкәтенә ҡамасаулай, тип белдерә. Йәйәүлеләр өсөн үткәүелдән сыҡҡан саҡта Роза Хваткова саҡ машина аҫтында ҡалмай. Тик водителдең ваҡытында туҡтауы ғына күңелһеҙ хәлдән ҡотҡарып ҡала. Шаҡша ҡасабына юлда бындай авариялар йыш теркәлә. Ошо көндәрҙә генә машиналарҙың төкөлөүе арҡаһында бер кеше һәләк була, ә ҡалған пассажирҙар йәрәхәтләнеп, дауаханаға оҙатыла. Был аяныслы хәлдән һуң, ошо уҡ юлда мотоциклда йөрөүсе лә аварияға осрай. Аварияларҙың күп булыу сәбәпле, урындағы халыҡ һәм сауҙа баҙары хеҙмәткәрҙәре светофор ҡуйыуҙарын һорай. Әммә урындағы халыҡ һүҙҙәренсә, “Уфагорсвет” предприяһы светофор ҡуйырға аҡса юҡ, тип белдергән. Һөҙөмтәлә, урындағы предприятие муниципаль хеҙмәткәрҙәр менән килешеү төҙөй һәм 800 мең һумдан артыҡ аҡса йыйып, светофор ҡуйырға тәҡдим итә. Асыҡланыуынса, коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы был урынға светофор ҡуйырға ризалыҡ бирмәгән.Светофорҙың булмауы, автоһәүәҫкәрҙәр өсөн генә түгел, ә йәйәүлеләр өсөн дә уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра.Халыҡ был юлдан үтә. Әммә машиналарҙың күп йөрөүе һәм ҡайһы берәүҙәренең юғары тиҙлектә килеүе арҡаһында юлдан сығыуы хәүефле.Тик баш ҡала хакимиәте юл киҫелешендә ҡуйылған светофор юл хәрәкәтен боҙа, тип белдерә. Шунлыҡтан, урындағы халыҡ һәм сауҙа баҙары хеҙмәткәрҙәренең һорауын кире ҡағып, ҡуйылған светофорҙы кирегә алырға талап ителгән.