Республика башлығы Рөстәм Зәки улы бөгөн Рәсәй үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко менән осрашты. Унда 9-сы сентябрҙә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутаттар һайлауға әҙерлек тураһында һүҙ барҙы. Рөстәм Зәки улы билдәләүенсә, Башҡортостанда һайлау һәр саҡ эшлекле шарттарҙа, тәртип боҙоуҙарһыҙ үтә. Евгений Шевченко, үҙ сиратында, һайлау кампанияларын ойоштороуҙа беҙҙең республиканы башҡа төбәктәргә өлгө итеп ҡуйҙы.Бөгөн Өфөлә Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко ҡатнашлығында һайлауға әҙерлек буйынса кәңәшмә үтте.Республикала 3 мең 426 һайлау участкалары булдырылған. Шулай уҡ насар күреүселәр өсөн Өфө, Белорет, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ ҡалаларында махсус һайлау участкалары ла эшләйәсәк. Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлауға әҙерлек тулы ҡеүәттә бара. Әлеге мәлдә һайлау бюллетендәре баҫтырыла.Уның тиражы яҡынса 3 миллион 60 мең дана берҙәм һәм шундай уҡ күләмдә бер мандантлы һайлау округтары буйынса. Әйткәндәй, Башҡортостанда тәүге тапҡыр Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙа райондарҙың барыһында тиерлек, атап әйткәндә 811 һайлау участкаһында һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары ҡулланыласаҡ. Улар өсөн айырым һайлау ҡағыҙҙары баҫыла. Шулай уҡ, бюллетендәр өс телдә буласаҡ: рус, башҡорт һәм татар.
Республика башлығы Рәсәй үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы менән осрашты
Тулыраҡ: Республика башлығы Рәсәй үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы менән осрашты