Был турала республика башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе. Объектта эштәр киләһе йылдың аҙағына тамамланыр, тип күҙаллана. Әле башҡала халҡы һәм ҡунаҡтары уның эксперименталь өлөшө менән таныша ала. Сәскәле стеналар, эскәмйәләр һәм хатта ял итеү өсөн урындыҡтар. Барыһы ла фирүзә кеүек йәшел-зәңгәр һәм ағас төҫөнә мансылған. Ә һары бәрхәт сәскәләре тирә-яҡты тағы ла йәмләндереп, күҙҙең яуын алып ултыра. Ағиҙел буйы хәҙер үҙенең матурлығы, үҙенсәлеге менән күптәрҙе йәлеп итә. Бигерәк тә, яңы тыуған ғаиләләләр үҙҙәренең туй көнөн тап бында – Ағиҙел йылғаһының яңы ғына төҙөлөп килгән ярында үткәреүҙе хуп күрә. Өйләнешкән парҙар ғүмерҙәрендәге мөһим ваҡиға хәтерҙәрендә тағы ла сағыуыраҡ иҫтәлек булып һаҡланһын өсөн шундай уҡ сағыу иҫтәлекле урын һайлай. Фотографтар ҙа был урынды үҙеп итеп өлгөргән. Объект яңы төҙөлгәнгә күрә, бында төшөрөлгән фотолар яңы һулыш алған төҫлө, башҡаларҙыҡынан айырылып тора. Сағыу төҫтәр, ҡабатланмаҫ декорациялар яңынан-яңы кадрҙар уйлап сығарырға мөмкинлек бирә, ти улар.Ысынлап та, Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярындағы эксперименталь өлөшө бер-нисә көн элек кенә асылһа ла, интернет селтәрендә бында төшөрөлгән бихисап фотолар таралған. Йәшен дә, өлкәнен дә, балаларын эйәртеп килгән ата-әсәләрҙе лә осратырға мөмкин бында.Әйткәндәй, Ағиҙелдең уң яҡ ярын төҙөкләндереү графиктан алда бара. Был турала Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе. Объектта эштәр киләһе йылдың аҙағына тамамланыр, тип күҙаллана. Дөйөм оҙонлоғо биш саҡырым буласаҡ был комплекстың Рәсәйҙә тиңе юҡ. Ул республиканың “йөҙ йыллығына йөҙ объект” проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Рәсәй архитекторҙар берлеге төҙөкләндереү концепцияһын уйлап сығарыуға конкурс та иғлан иткән. Тимәк, Ағиҙел ярын матурлау буйынса тәҡдимдәрҙе һәр кем еткерә ала.
Ағиҙелдең уң яҡ ярын төҙөкләндереү графиктан алда бара
Тулыраҡ: Ағиҙелдең уң яҡ ярын төҙөкләндереү графиктан алда бара