Миәкә районында үҙенсәлекле оҫта йәшәй

Тулыраҡ: Миәкә районында үҙенсәлекле оҫта йәшәй

Ғәлинур Зарипов тирмәләр эшләй. Республикала тирмә эшләүсе кәсепселәр һаны көндән-көн артһа ла, төрки тирмәләре оҫтаһы булараҡ, ул Рәсәй кимәлендә хатта берҙән-бер. Тирмәне Ғәлинур Әхиәр улы музейҙағы боронғо башҡорт тирмәһе өлгөһөндә эшләгән. Уны ҡороуҙа ул бер тимер ҙә ҡулланмай. Сөй урынына ҡайыштар, ә ҡанаттар бер-береһенә кейҙерелмәле. Тирмәнең нигеҙе ислам дине мотивындағы биҙәктәр менән һырланған ике япмалы ишектән һәм бер-береһенә тоташтырылған дүрт ҡанаттан ғибәрәт.Монгол тирмәләренән айырмалы, төрки тирмәләрҙең бөтә өлөштәре лә бөгөп эшләнелә. Кирәгә лә хатта ҡабарынҡы формала. Уның өҫ яғына арҡан тартыла, уны Ғәлинур Әхиәр улы "башҡор" тип атай. Көмбәҙҙең бөтә ауырлығы тап ошо арҡанға төшә. Артабан сират сағараҡты урынлаштырыуға.Һырғауылды тотоп тороу өсөн айырым бер кеше кәрәк. Башҡалар сағараҡты нығытыу менән мәшғүл. Ғөмүмән, тирмәне ҡороу өсөн дүрт ҡул дә етә, ти кәсепсе.Сағараҡ менән кирәгәне 50-ләп уҡ тоташтыра. Уҡтарҙы нығытыу өсөн борон ат ҡылынан үрелгән бәүҙәр ҡулланылған. Ғәлинур Әхиәр улына тирмәне ҡороуҙа ике егет ярҙам итә. Беҙ тирмә ҡороуҙы хәҙерге ваҡытта егеттәр эше тип ҡабул итһәк тә, элек уны тик ҡатын-ҡыҙҙар ҡорғандар. Көслө түгел, таһыллыраҡ булған, ти Ғәлинур Әхиәр улы. Шулай ҙа ир-егеттәрҙең, үҫмер малайҙарҙың ярҙамы ла кәрәк булған — сағараҡты күтәреп, тотоп тороу өсөн. Кейеҙ ябыр алдынан уҡтарҙы урта тирәһенән оҙон бер арҡан менән уратып сығыу мотлаҡ. Ул саҡта көмбәҙ ныҡлы була. Кейеҙҙе башта кирәгәгә ябалар. Аҡ кейеҙ оҙағыраҡ хеҙмәт итә , шуға күрә ул ҡыйбатыраҡ та. Борон тик байҙар тирмәһе, йә иһә ҡунаҡ тирмәләре генә аҡ кейеҙ менән ябылған. Көмбәҙгә тартылған кейеҙ арҡандары ишек яҡтауына бәйләп ҡуйыла. Артабан тирмәне биҙәргә генә ҡала.Диаметры 3 метрлыҡ ошондай саған тирмәнең хаҡы 200 мең тирәһенә барып баҫа. Уның иң ҡыйбат өлөшө кейеҙгә тура килә, ти Ғәлинур Әхиәр улы Зарипов. Һатып алыусыларҙың теләгенә ҡарап, оҫта төрлө тирмәләр эшләй. Унан йылына унлаған тирмәне килеп алып китәләр. Туризм, ял итеү һәм хатта сирле сабыйҙарын дауалау өсөн дә киң ҡулланалар. Тирмәләр өсөн ғәҙәттә имән һәм ҡарағай таҡталар һатып алына. Боронғо кәсеп менән Ғәлинур Зарипов 2008 йылдан алып шөғөлләнә. Уның шәхси рекорды — бер йылда 20, ә ҙурлығы буйынса диаметры 12 метрлыҡ тирмә. Башҡа райондарҙан егеттәр килеп өйрәнеп ҡарайҙар, тик ағастарҙы бөгөүҙең оҙайлығы, уларҙың тирмәне йыйған ваҡытта һынып барыуы арҡаһында, монгол тирмәләрен эшләүҙе өҫтөнөрәк күрәләр, ти оҫта. Төрки тирмәләренең ҡыйбат булыуы ла был кәсеп төрө менән шөғөлләнеүселәр һанын юҡ кимәленә алып килгән. Тик Ғәлинур Әхиәр улы эшенең тәмен күптән белгән һәм оҫталығын тик төрки тирмәләр сүрәтендә генә күрергә теләй.