Республика башлығы указы менән ғәҙәттән тыш хәл шарттарында кешеләрҙе ҡотҡарыуҙа юғары оҫталыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән өсөн “Ред Вингз” авиакомпанияһының Ту-204 самолеты экипажына Башҡортостандың дәүләт наградаһы тапшырыласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 22 август “Өфө-Сочи” рейсы менән осоусы Ту-204 самолеты һул яҡ двигателе янып китеү сәбәпле Өфө аэропортына ултырырға мәжбүр булғайны. Һауа судноһы экипажының оҫта эш итеүе арҡаһында 200-ҙән ашыу пассажир иҫән ҡалды. Ғәҙәттән тыш хәлдә йәрәхәтләнеүселәр һәм һәләк булыусылар юҡ.
Республика башлығы Ту-204 самолеты экипажын бүләкләне
Тулыраҡ: Республика башлығы Ту-204 самолеты экипажын бүләкләне