2018 йылдың июль-август айҙары һөҙөмтәләре буйынса Республика башлығы 14 урында, был әүәлгеһенән 4 позицияға юғары. Федераль эксперттар Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешен, халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыуға йүнәлтелгән башланғыстарҙы иҫәпкә алған. Рейтинг төҙөүсе политологтар Республикала быйыл юлдар төҙөлөшөнә бүленгән суммаларҙың күп булыуын билдәләй, бөтәһе 19 миллиард һум, әйткәндәй бындай сумма әлегә тиклем бүленгәне юҡ ине. Шулай уҡ Рөстәм Хәмитовтың республиканың 100 йыллығына әҙерлектә әүҙемлеге, төбәктең инвестицион мөхитен яҡшыртыу, туризмды үҫтереү йәһәтенән тырышлығы юғары баһалана.
Рөстәм Хәмитов Рәсәй губернаторҙары милли рейтингында юғары баҫҡысҡа күтәрелде
Тулыраҡ: Рөстәм Хәмитов Рәсәй губернаторҙары милли рейтингында юғары баҫҡысҡа күтәрелде