Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский ауылындағы ЮНЕСКО мәктәбе 1-се сентябрь балаларҙы ҡабул итергә әҙер. Быйыл 70 бала белем усағы тупһаһын тәүгә атлап үтәсәк. Мәктәптә белем көнөн менән бер рәттән башҡорт мозаикаһы Бөтә Рәсәй фестиваленә лә етди әҙерлек бара. Уҡытыусылар башҡорт теле кабинетын тәртипкә килтерә. Прибельский мәктәбе 1967 йылда төҙөлгән. 2012 йылда капиталь ремонт эшләнгән. Мәктәп тулыһынса яңыртылған. Әммә уҡытыусылар урындар етмәүгә зарлана. Ошо сәбәпле балаларҙың бер өлөшө икенсе сменала уҡырға мәжбүр.Мәктәптә 680 бала белем ала. Уларҙың 250-һе төштән һуң уҡый. Мәсьәләне хәл итеү өсөн мәктәп етәкселеге хатта яҡындағы балалар баҡсаһында бер бүлмәне ҡуртымға ла алған. Яңы мәктәп төҙөлөшө уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе, балаларҙы борсоған мәсьәләне хәл итәсәк. Әлеге мәлдә бинаның нигеҙе һалынған. Республиканың 100 йыллығына 100 объект проект сиктәрендә төҙөлгән мәктәп 2019-сы йылдың август айында тапшырыласаҡ. Объектта видеокүҙәтеү системаһы ла ҡуйылған. Төҙөлөш барышын һәр кем онлайн режимда ҡарай ала.
100 йыллыҡҡа яңы мәктәп
Тулыраҡ: 100 йыллыҡҡа яңы мәктәп