Башҡортостан йылдың мөһим сәйәси кампанияһына әҙерләнә

Тулыраҡ: Башҡортостан йылдың мөһим сәйәси кампанияһына әҙерләнә

Теүәл бер аҙнанан республиканың алтынсы саҡырылыш парламенты депутаттары исеме иғлан ителәсәк. Әле фирҡәләр үҙ кандидаттары өсөн өгөтләү алып бара, ә ҡала – райондарҙың территориаль һайлау комиссияларында иһә тауыш биреүселәрҙе барлайҙар. Башҡортостан парламентына 110 депутат һайланырға тейеш. Уларҙың яртыһы фирҡәләр исемлеге буйынса үтһә, тағы ла 55 кандидат бер мандатлы һайлау округтарынан. Ә 110 урынға иһә әле 1 мең 20 кандидат дәғүә итә. Фирҡәләр өсөн дә әле иң ҡыҙыу мәл. Партиялар үҙ кандидаттарының агитация кампанияһын үткәрә. Ошо көндәрҙә “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе ағзалары ла алдағы тауыш биреүгә бәйле мәсьәләләр буйынса ултырыш үткәрҙе.30 августа “Башҡортостан республикаһының “Йәмәғәт палатаһы” һәм һайлауҙа ҡатнашасаҡ партиялар араһында “Ғәҙел һайлауҙар өсөн” тигән килешеүгә ҡул ҡуйылды. “Йәшелдәр” партияһының төбәк бүлексәһе Өфөгә килгән Саксония Ландтагы рәсми делегацияһы менән ике яҡлы әңгәмә ҡорҙо.Ә бына ЛДПР партияһы Дим ҡасабаһында яңы уҡыу йылы башланыу алдынан балалар һәм ата-әсәләр өсөн ихата байрамын үткәрҙе.Коммунистар партияһы вәкилдәре лә һайлауҙарға етди әҙерләнә. Фирҡә ағзалары халыҡ менән эшләүгә өҫтөнлөк биргән. Электоратты борсоған мәсьәләләр беренсе урында булырға тейеш, тип иҫәпләй коммунистар. Әле республика халҡы буласаҡ депуттарҙың програмалары менән таныша, осрашыуҙарҙа уларға төрлө өлкәләргә ҡағылған һорауҙар бирә. Башҡортостанда 29 августан участка һайлау комиссиялары эш башланы. Туғыҙынсы сентябрь, иртәнге һигеҙҙә республикала барлығы 3 мең 391 һайлау участкаһы асылырға тейеш. Тауыш биреү пункттарының 35-е халыҡтың ваҡытлыса йәшәү урындарында эшләйәсәк. Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай һайлауҙарында быйыл 5 меңгә яҡын кеше “мобиль һайлау” ярҙамында тауыш бирә. Агитация 7 сентябргә тиклем дауам итә. Ә 8 сентябрь Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарын һайлауға бер тәүлек ҡалғанда “тынлыҡ көнө” иғлан ителә.