1-3 октябрҙә Өфө Бөтә Рәсәй ирекмәндәр форумын ҡабул итә

Тулыраҡ: 1-3 октябрҙә Өфө Бөтә Рәсәй ирекмәндәр форумын ҡабул итә

Тәүге форум ике йыл элек Екатеринбург ҡалаһында үтте, былтыр Рәсәй ирекмәндәре Түбәнге Новгородта осрашты. Өфөлә үтәсәк форумға әҙерлек әле үк башланды. Республика башлығы хакимиәтендә ойоштороу комитетының ултырышы үтте. Унда Мәскәүҙән һәм төбәктең төрлө ойошмаларынан вәкилдәр ҡатнашты. “Көмөш ирекмәнлек”те әүҙемләштереү, өлкән һәм мәктәп йәшендәге ирекмәндәрҙең тәжрибә уртаҡлашыу майҙанын булдырыу – форумдың төп маҡсаты. Уның йомғаҡтары буйынса 2024 йылға тиклем өлкән йәштәге волонтерҙар ойошмалары менән эшләүҙең юл картаһы төҙөләсәк.