Медиа-даирәлә башҡорт телендә эшләүсе өр-яңы «Башҡортостан24» телеканалы эшләй башланы

Тулыраҡ: Медиа-даирәлә башҡорт телендә эшләүсе өр-яңы «Башҡортостан24» телеканалы эшләй башланы

Медиа-даирәлә башҡорт телендә эшләүсе өр-яңы «Башҡортостан24» телеканалы эшләй башланы.

Бөтә Рәсәй телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы холдингындағы был канал уникаль архивҡа һәм башҡортостан телевидениеһының алтын фондына эйә. Бынан тыш,тап Башҡортостан 24 телеканалы республика ҡала – райондары,Рәсәй һәм сит илдрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ тормошон теүәл яҡтыртып барыу мөмкинлегенә эйә.

Эфир киңлектәрендәге бөтә хәбәрҙәр һәм яңы тапшырыуҙар тап ошондай әҙерлектән башлана. Камералар алдында торған алып барыусы иһә республикала барған яңылыҡтарҙы халыҡҡа еткерәсәк.

Дәүләт теле һәм радио компанияһы үҙенең яратҡан һәм тоғро телевизор ҡараусылары өсөн башҡорт һәм рус телендә барасаҡ яңы Башҡортостан-24 телеканалына эфирға сығара. Телеканал башҡаларҙан үҙенсәлеге һәм яңы форматта эшләүе менән айырыла. Йәкшәмбе беренсе тапҡыр телевизор ҡараусылары өсөн “Хәбәрҙәр. Аҙна ваҡиғалары” сыға башлаясаҡ. Һәр сығарылыш аҙнаның иң мөһим ваҡиғаларына бәйле интервьюлар менән тулыландырыласаҡ.

Әйткәндәй, Башҡортостан -24 телеканалын һәр кем юғары сифатта ҡараясаҡ.

Телеканал телевизор ҡараусыларын яңы тапшырыуҙарҙан тыш, үҙенсәлекле биҙәлеше менән дә ҡыуандырасаҡ.

Яңы телевизион миҙгелдә бөтә халыҡты моңло ла, шул уҡ ваҡыта та дәртле йырҙары менән ҡыуандырған, тамашасыларҙың һөйөүен яулаған эстрада йондоҙҙарының ижад юлы һәм уларҙың тормошо менән таныштырып тороу ниәте менән эшләнгән тапшырыу старт аласаҡ. Бөтә күңелен һалып ижад иткән йырсыларҙың клиптары иһә Башҡортостан-24 телеканалын тағы ла йәмләндерәсәк.

Бынан тыш, Башҡортостан-24 телеканалында башҡа төбәктәрҙә барған хәбәрҙәрҙе лә күрергә була. Бының өсөн милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙән сағыу репортаждар һәм тапшырыуҙар әҙерләү күҙаллана. Бынын өсөн бөтә шарттар бар

Башҡортостан -24 телеканалын башҡа медиаресурстарған шуныһы менән айырыла-ул интернет,телевидение һәм радио мөмкинлектәрен берләштереп,телевизор ҡараусыларға заманса,сифатлы телевизион продукт тәҡдим итәсәк.

Алға ҡарап, заман һулышын тойоп,кешелрәҙен ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүҙе маҡсат итеп эшләүсе Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһында ҡыйыу маҡсаттарҙы бойомға ашырыу өсөн бөтә шарттар бар.

Шулай итеп, яны ғына барлыҡҡа килгән милли,мәғлүмәти һәм халыҡсан өр-яңы Башҡортостан 24 телеканалын ҡаршы алығыҙ.