Рөстәм Хәмитов: "Башҡортостан 24" телеканалының барлыҡҡа килеүе-дөрөҫ йүнәлештә эшләнгән аҙым

Тулыраҡ: Рөстәм Хәмитов: "Башҡортостан 24" телеканалының барлыҡҡа килеүе-дөрөҫ йүнәлештә эшләнгән аҙым

Бөгөн Өфөлә „Берҙәм Рәсәй„ медиафорумы үтте. Унда бар республиканан өс йөҙгә яҡын журналист ҡатнашты.

Сарала „Регион телеканалдарын үҫтереү стратегияһы„ һәм „ Киң мәғлүмәт сараларының мөмкинлектәрен интернет даирәләрендә йәйелдереү„ хаҡында һүҙ алып барылды.

Дәүләт теле һәм радиотапшырыуҙар компанияһы үҙенең яратҡан һәм тоғро телевизор ҡараусылары өсөн башҡорт һәм рус телендә барасаҡ яңы Башҡортостан-24 телеканалын эфирға сығара. Телеканал башҡаларҙан үҙенсәлеге һәм яңы форматта эшләүе менән айырыла. Йәкшәмбе беренсе тапҡыр телевизор ҡараусылары өсөн “Хәбәрҙәр. Аҙна ваҡиғалары” сыға башлаясаҡ. Һәр сығарылыш аҙнаның иң мөһим ваҡиғаларына бәйле интервьюлар менән тулыландырыласаҡ.