Өфөгә Иран делегацияһы килде

Тулыраҡ: Өфөгә Иран делегацияһы килде

Бер-нисә минут элек кенә Республика башлығының Иран ислам республикаһы делегацияһы менән осрашыуы тамамланды. Иран менән Башҡортостан араһында сауҙа әйләнеше күләме йылдан йыл арта. 2018 йылдың ғинуарында алынған мәғлүмәттәр буйынса республикала Иран капиталы ҡатнашҡан 5 предприятие уңышлы эшләй. 2015 йылдан башлап гуманитар хеҙмәттәшлек киңәйә. Мәҙәни бәйләнештәрҙе күңел талабы, йөрәк аралашыуы, рухи аҙыҡ булараҡ нығытыу ике республика өсөн дә мөһим, тип билдәләнде осрашыуҙа.