Бөгөн төндә Өфөлә ер тетрәне

Тулыраҡ: Бөгөн төндә Өфөлә ер тетрәне

Ул сама менән бер минут тирәһе дауам итте. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ер тетрәү үҙәге ун саҡырым тәрәнлектә Силәбе өлкәһендә теркәлгән. Уның көсө Рихтер шкалаһы буйынса 5 бөтөн ундан 5 балға еткән. Был хаҡта бөгөн Европа-Урта диңгеҙ сейсмология үҙәгенән хәбәр иттеләр. Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, халыҡҡа хәүефләнергә урын юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, идаралыҡҡа мең самаһы кеше шылтыратҡан. Ер тетрәү шулай уҡ Белорет һәм Салауат райондарында ла теркәлгән. Салауат районының социаль инфраструктураһы һәм объекттар ғәҙәти режимда эшләй. Һуңғы тапҡыр Өфөлә бынан өс йыл элек ер тетрәгәйне. Республика өсөн ер тетрәү көсөнөң уртаса 5 баллға етеүе ғәҙәти күренеш. Шуға ла, Башҡортостанда төҙөлгән объекттар ошондай үҙенсәлекте иҫәпкә алып сафҡа тапшырыла.