Өфөлә “Фән”проекты үтәлеше тикшерелде

Тулыраҡ: Өфөлә “Фән”проекты үтәлеше тикшерелде

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең фәнни-технологик үҫеш стратегияһын бойомға ашырыусы проект офисы етәксеһе Таһир Аушев менән осрашты. Әңгәмәлә һүҙ стратегияның төп ҡоралы - “Фән” милли проектын Башҡортостанда үтәү бурыстары тураһында барҙы. Фәнни-технологик үҫеш стратегияһы маҡсаттарына өлгәшер өсөн өс федераль проектты бойомға ашырыу ҡаралған. Улар ғилми һәм фәнни-етештереү кооперацияһы, илдә фәнни тикшеренеүҙәр өсөн алдынғы инфрастуктура булдырыу һәм кадрҙар потенциалын үҫтереүҙән ғибәрәт. Проекттарҙы бойомға ашырыу төбәктәрҙә ғилми һәм мәғариф ойошмаларынынң сәнәғәт предприятиелары һәм инновация структуралары менән тығыҙ бәйләнешен күҙ уңында тота.