Башҡортостан ВИЧ-инфекцияны асыҡлауға йүнәлтелгән экспресс-тест үткәреүгә арналған Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Уның төп маҡсаты – халыҡҡа ВИЧ һәм СПИД тураһында тулы һәм дөрөҫ мәғлүмәт биреү. “ВИЧ-ҡа тест – Экспедиция” тип аталған акция барышында һәр кем исем-шәрифен белдермәйенсә тикшереү үтә ала. Күсмә пункттар Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Ишембай ҡалаларында эшләй. Тест бушлай үткәрелә һәм ун биш минут эсендә һөҙөмтәләр билдәләнә. Тикшереү быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторолдо. Үткән йылдарҙа республикала 3 мең 700 кеше тест бирһә шуларҙың 20-һендә ВИЧ инфекцияға ыңғай реакция теркәлгән.
Экспресс-тест
Тулыраҡ: Экспресс-тест