Буласаҡ депутаттар халыҡ менән эшләргә һәм халыҡ тауышын ишетергә тейеш

Тулыраҡ: Буласаҡ депутаттар халыҡ менән эшләргә һәм халыҡ тауышын ишетергә тейеш

Был турала республика башлығы “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе активы менән осрашыу барышында белдерҙе. Фирҡә ағзалары форумында Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың алтынсы саҡырылыш депутаты мандатына дәғүә итеүселәр башҡарылған эштәр тураһында һөйләне. Бөгөн электоратты борсоған төп мәсьәләләр, тәү сиратта торлаҡ–коммуналь хужалыҡҡа, юлдарға, мәҙәниәт һәм мәғарифкә ҡағыла. Шул уҡ ваҡытта, буласаҡ депутаттар үҙ проекттарын тәҡдим итә. Улар ауыл мәҙәниәт йорттары эшен йәнләндереү, дарыуҙар менән тәьмин итеүгә бәйле.