Өфөлә “ВИЧ инфекцияһына тест”акцияһы бара

Тулыраҡ: Өфөлә “ВИЧ инфекцияһына тест”акцияһы бара

Теләгән һәр кеше аноним рәүештә бушлай иммунодефицит вирусына анализ тапшыра ала. ВИЧ инфекцияһы менән зарарланыусылар һаны күпме? Дмитрий үҫмер сағынан спорт һөйөп үҫә, һаулығын да һәр ваҡыт тикшертеп йөрөй. Ун дүрт йыл элек ул табиптарға анализ тапшырырға бара. Тап шул ваҡытта уның ВИЧ менән зарарланғаны асыҡлана. Көтөлмәгән диагнозды ишеткәс, Дмитрий ҡулдарын төшөрөп, бошонҡолоҡҡа бирелмәй. Бәхеткә күрә, уның ғаиләһе һәм туғандары ла ситкә типмәй. Дмитрий әле ике бала тәрбиәләй, юғары уҡыу йортон тамамлаған һәм спидҡа ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү буйынса республика үҙәгенә эшкә урынлашҡан. Имуннодефицит вирусы менән зарарланғандарға әхлаҡи яҡтан ярҙам итергә тырышам, ти ул.ВИЧ-инфекцияһы организмға система һәм башҡа ҡорамалдар, шулай уҡ бер нисә кешенең бер үк шприц менән ҡулланғанда, әсәнән балаға күкрәк һөтө имеҙгәндә күсә ала. Вирустың төп йоғоу юлы — енси бәйләнеш. ВИЧ инфекцияһына анализды һәр кешегә мотлаҡ тапшырып тикшертергә кәңәш итә белгестәр. Бының өсөн бөтә Рәсәй буйлап “ВИЧ инфекцияһына тест” проекты йөрөй. “ВИЧ инфекцияһына тест” проектына көнөнә ике йөҙләгән кеше анализ тапшырырға килә.Бында иммунодефицит вирусына анализ тапшырыу өсөн бармаҡтан ҡан алалар. Ҡан тапшырыусыларға оҙаҡ көтөргә тура килмәй, яҡынса ун минуттан ул әҙер була. Әйткәнәдй, анализ аноним рәүештә үтә. Иммунодефицит вирусы организмдағы һаҡланыу системаларының йәшәү өсөн мөһим күҙәнәктәрен үлтерә һәм организм төрлө ауырыуҙарға, инфекцияларға ҡаршы тора алмай. Проект ойоштороусылары әйтеүенсә, ВИЧ инфекцияһына анализды күбеһенсә үҫмерҙәр тапшыра. Белгестәр билдәләүенсә, әле йыл башынан ғына 1800 кеше ВИЧ инфекцияһы менән зарарланған. Шуларҙың етмештән ашыу проценты эшкә һәләтле ир-егеттәр. ВИЧ инфекцияһын күбеһенсә 32-44 йәштәгеләр йоҡтора.