Башҡортостан һайлауҙарға әҙер

Тулыраҡ: Башҡортостан һайлауҙарға әҙер

Бөгөн матбуғат конференцияһында төбәктең үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев шулай тип белдерҙе. 9 сентябрҙә Рәсәйҙең 40-лап төбәгендә һайлауҙар үтәсәк. Иртәгә бюллетендәрҙе һанау комплекстарын тағы ла бер һынап, йәкшәмбе көнөнә әҙерләп ҡуясаҡтар. Һайлау барышын күҙәтеүселәр исемлеге билдәле, улар участкаларға тапшырылған. Теркәлгән һайлау участкаһында һайлай алмаусы граждандар әлегә ғариза яҙып, башҡа участкаларҙа һайлай алыу мөмкинлеге менән ҡуллана ала.