Башҡортостан үҙәк һайлау комиссияһы әҙерлек барышына йомғаҡ яһаны.Төбәк парламенты һәм ҡайһы бер муниципаль берәмектәр советтарына депутаттар һайлау көнөндә тәү талап участкаларҙа тауыш биреү өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырыу һәм һайлау менән һайлаусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һәр яҡлап әҙерлектең юғары кимәлен дәлилләй.Видеоселектор кәңәшмәһендә округ һәм участка комиссиялары, идара органдары менән бер рәттән һаулыҡ һаҡлау һәм эске эштәр министрлыҡтары, мөмкинлеге сикле граждандар ойошмалары вәкилдәре лә ҡатнашты. Туғыҙынсы сентябрҙә һәр участкала полиция хеҙмәткәрҙәре йәмәғәт тәртибе һағында торасаҡ. Мөмкинлеге сикле граждандарҙы ҡабул итеү саралары ла күрелгән. Өфөлә улар ғәҙәттәгесә Зорге урамындағы 208-се участкала тауыш бирә. Бында пандус, тактиль һуҡмаҡ, күреү һәләте түбәндәргә яҡтылыҡлы маяҡ һәм Брайл шрифты буйынса яҙылған алтаҡта бар. Һайлауҙың тыныс һәм ғәҙәти шарттарҙа ойошҡанлыҡ менән үтәсәгендә шик юҡ.Һәр яңы һайлау кампанияһы үткәненән айырылып тора. Туғыҙынсы сентябрҙә үтәсәк һайлау иһә бюллетендәрҙе эшкәртеүсе комплекстарҙы киң ҡулланыу менән үҙенсәлекле. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Мәскәү ҙәм Мәскәү өлкәһенән һуң өсөнсө урында. Электрон ҡоролманың төп тәғәйенләнеше һайлау һөҙөмтәләрен асыҡлауҙы тиҙләтеү.Тауыштарҙы автоматлаштырған тәртиптә һанаусы ҡоролма республикала тәүге тапҡыр 2003 йылда 22 һайлау участкаһында ҡулланылғайны. Был юлы улар 811 участкала ҡуйылған. Өфөлә бындай ҡоролмалар менән участкаларҙың 94 проценты тәьмин ителһә, муниципалитеттарҙа КОИБтар ҙул ауыл биләмәләрендә эшләй. Электрон ҡоролмалар өҫтәмә рәүештә килешеү буйынса күрше өлкә һәм республикаларҙан ваҡытлыса алынған. Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге етәксеһе Риф Арыҫланов КОИБтарҙың 2010 һәм 2017 йылғы өлгөләрендә эш тәртибен йәнә хәтергә төшөрә. Иртәнге сәғәт һигеҙҙә тауыш биреү башланғансы ҡоролманы көнэлгәре ҡабыҙыу мотлаҡ.Һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы тик алдан билдәләнгән бер участкала теркәлгән документты ҡабул итә, бер юлы бер нисә бюллетень һалыу мөмкинлеге юҡ. Иҫәпләүҙе тиҙ һәм хатаһыҙ үткәрергә булышлыҡ итә һәм йомғаҡтарҙа шикләнеү осраҡтарын иҫкәртә. Тимәк, һайлауҙың асыҡ һәм ғәҙел башҡарылыуын раҫлай.
Берҙәм тауыш биреү көнөнә һанаулы ғына көндәр ҡалды
Тулыраҡ: Берҙәм тауыш биреү көнөнә һанаулы ғына көндәр ҡалды