Парламентҡа 110 депутат һайланасаҡ. Үткән быуаттағы һайлау бөгөнгөһөнән нимә менән айырыла? 1906 йылдың 27 апрелендә Санкт-Петербургтың Таврия һарайында Рәсәй империяһының Дәүләт Думаһының тәүге саҡырылышы йыйыла. Бөтә халыҡ өсөн ҙур байрам булып һаналған сара парламентаризмдың нигеҙе булып торған, тип һанай тарихсылар. Йылдар дауамында ҙур үҫеш алған тарих тураһында Башҡортостан Республикаһы парламенты тарихы музейында ла бай материал тупланған. Беренсе һәм өсөнсө саҡырылыш Ырымбурҙа, ә икенсе саҡырылыш депутаттары иһә Өфөлә йыйылған. Парламентаризмдың барлыҡҡа килеү һәм камиллашыуының йөҙ йыллыҡ тарихын музейҙа һаҡланған документтар, фотоһүрәттәр, китаптар, билдәләр һәм танытмалар һөйләй. Башҡортостан АССР-ның юғары советы үҙ эшен тамамлағас, 1995 йылдың 5 мартында республикала Башҡортостан республикаһының Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайына беренсе һайлау үтә.Республикала парламентаризм үҫешенә ҙур өлөш индереүселәр бихисап. Йәмәғәт эшмәкәре Румиль Аҙнабаевҡа сәйәси, иҡтисади, социаль һәм мәҙәни-рухи үҙгәртеп ҡороуҙарҙың бөтә тарихы таныш. Бишенсе саҡырылыш депутаттары 2013-сө йылдың сентябрь айында һайланды. Быйыл 9 сентябрьҙә Дәүләт Йыйылылыш -Ҡоролтайға бөтәһе 110 депутат һайланасаҡ.
Йылдарҙа-беҙҙең тарих
Тулыраҡ: Йылдарҙа-беҙҙең тарих