Ошо хаҡта Берҙәм Рәсәйҙең төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев Башҡортостан парламентына депутаттар һайлау һөҙөмтәләре буйынса ойошторған матбуғат конференцияһында белдерҙе. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай составында киҫкен үҙгәрештәр көтөлмәй, әммә һайлаусылар күрергә теләгән сәйәси төрлөлөк буласаҡ.Фирҡәләр һанының күплеге закондар сығарыу эшмәкәрлеген асыҡ һәм киң төрлө ҡараш менән башҡарырға булышлыҡ итәсәк. Был юлы һайлау алды кампанияһы көсөргәнешле үтте. Пенсия йәшен арттырыу мәсьәләһенә ҡағылған бәхәстәр сәйәси һәм ижтимағи дискуссияларға сәбәпсе булды, тине Костантин Борисович. Һайлаусы белдергән ышаныс шуның өсөн дә ҡиммәтле. Берҙәм Рәсәй фирҡәһе бойомға ашырған йәмәғәт проекттары ошо шарттарҙа үҙенең халыҡсан һәм көнүҙәк икәнлеген раҫлай. Брифингта билдәләнеүенсә, урындағы халыҡ менән осрашыуҙар депутат наказдарын туплау ғына түгел, ә кешеләрҙең кәйефен, өмөт-теләктәрен танырға ла булышлыҡ иткән. Республика башлығы Рөстәм Зәки улы һайлауҙа ҙур әүҙемлек күрһәткән өсөн Башҡортостан халҡына рәхмәт белдерҙе. 3 миллион һайлаусынан 1 миллион 500 мең кешенең участкаларға килеп үҙ тауыштарын бирҙе. Был, бер ҡайһы бер субъекттарҙа һайлаусылар әүҙемлеге саҡ 20-30 процентҡа еткәндә, бик яҡшы күрһәткес, тине республикабыҙ башлығы.
Лидер позицияһын ҡайтанан нығытыу - оҙайлы һәм етди эш һөҙөмтәһе
Тулыраҡ: Лидер позицияһын ҡайтанан нығытыу - оҙайлы һәм етди эш һөҙөмтәһе