Башҡортостан урмансылары фронтҡа 1000 кубометр ағас ебәрә

Башҡортостан урмансылары фронтҡа 1000 кубометр ағас ебәрә

Радий Хәбировтың махсус хәрби операция биләмәһендә фортификация ҡоролмалары төҙөлөшө өсөн мең кубометр ағас әҙерләп тапшырыу тураһындағы йөкләмәһен республиканың урман хужалығы министрлығы әүҙем бойомға ашыра.

Өфө урман хужалығының Яңы Троицкий ауылындағы етештереү участкаһында көн әйләнәһенә утын киҫәләр. Участкалағы бар эшкә бер нисә кеше өлгөрә. Эштәрҙең иң ауыры механизацияланған, балта менән утын ярыу юҡ. Ауылдан мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренең ихтыяжы ла ҡәнәғәтләндерелә, махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарға ла кәрәкле сеймал сираттағы гуманитар ылау менән оҙатырға әҙерләнә.

Ҡарағай бүрәнәләр фортификация – яу майҙанында йәшерен ҡоролмалар төҙөү маҡсатына әҙерләнә. Өфө урман хужалығы махсус хәрби операцияға ярҙамды изге бурыс, тип атҡара.

Предприятиела ярҙамсыл да, егәрле лә кешеләр эшләй. Йөкләмәне тиҙ арала үтәргә талап ителгәндә ғаилә ағзаларын да саҡырып алырға тура килә, ти хеҙмәткәрҙәр. Ирекмәндәр ярҙам тәҡдим итһә бигерәк тә шат булыр инек, тиҙәр.

Хужалыҡта бына ошондай йылытма ла бар. Бында ғәҙәттәгесә йәшелсә түгел, ә ағас үҫентеләре ултыртылған. Хеҙмәткәрҙәр утын әҙерләү эштәренән бушағанда урман тергеҙеү менән дә шөғөлләнә.

Быйыл март айында ғына сәселгән ошо майҙанда 32 меңгә яҡын йәш ҡарағай киләһе яҙ яланға сығарып ултыртырға әҙерләнә. Республикала төҙөлөш ағасына ихтыяж ҙур. Урман хужалығы ведомствоһы махсус операцияла һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә урман ҡырҡыуҙа өҫтөн мөмкинлектәр хәстәрләгән. Ауыл ерендә йәшәгәндәргә торлаҡ төҙөү һәм хужалыҡ кәрәк-яраҡтарына ағас әҙерләү хоҡуғы бар. Әлеге ваҡытта иһә республика урман хужалыҡтары махсус хәрби операция биләмәһендә ҡулланыуға ағас әҙерләй.

Республика йүнселдәоре операция биләмәһендә мөһим башҡа кәрәк-яраҡты әҙерләүҙе лә үҙ иңенә алған. Өфө автосалондарының береһе, мәҫәлән, был юлы яҡташтарға тәгәрмәстәр, иретеп йәбештереү аппараттары, инструменттар, аҡ ҡағыҙ ҡаптары әҙерләгән.Битараф булмаған һәр кем хәрбиҙәргә ярҙам күрһәтә ала. Бының өсөн йәшәгән урында хакимиәт вәкилдәренә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Командирҙар менән бәйләнеш тотҡан хакимиәт вәкилдәрендә операция биләмәһендә талап ителгән әйберҙәрҙең исемлеге бар