Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 28.10.2025 Йәш прозаик Заһиҙә Мусина Бабич премияһына дәғүә итә

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 28.10.2025 Йәш прозаик Заһиҙә Мусина Бабич премияһына дәғүә итә
"Аҡылыңды йәштән тупла", "Башҡаларҙың хаталарына ҡарап өйрән" һәм башҡа шундай мәғәнәле, бәләкәйҙән үк уйлап-үлсәп эш итергә өйрәтеүсе, өндәүсе халыҡ әйтемдәре бихисап. Шундай бала сағынан үҙе аҡыллы, үҙе ипле, тыныс холоҡло, әммә маҡсатлы, талантлы башҡорт йәштәренең береһе – яҙыусы, үткер ҡәләм оҫтаһы Заһиҙә Мусина.
Уның ижадын баһалап, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, "Ағиҙел" әҙәби журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин – "Заһиҙәнең әҫәрҙәрен уҡығанда, ниндәйҙер экзотик ризыҡ тәмләгәндәй булаһың", — тип фекерен белдергәйне. Ни тиһәң дә, тапшырыуыбыҙҙың был ҡунағы хаталымы, хатаһыҙмы, әммә әлегесә – заманса һөйләгәндә, карьераһын йәшләй үк уңышлы яһап килә. Уның тәүге китабы – "Килен" повесы уҡыусылар тарафынан бик йылы ҡабул ителеп кенә ҡалманы, ә республикабыҙҙың данлы, атаҡлы театры – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында сәхнәләштерелде. Йәш ижадсыларҙан шундай юғары кимәлдәге театрҙа ҡуйылған һәм бына инде нисәнсе ижад миҙгеле дауамында репертуарҙа барған пьеса — тарихта тәүге тапҡыр булған хәл, тиһәк тә, бәлки ҙә, хата түгелдер. Уның икенсе – "Минең ямғыр" тигән йыйынтығы ла иғтибарға лайыҡ.
Хәҙер иһә, Заһиҙә Хакимйән ҡыҙы тәржемә эшенә ныҡлап тотонған. Ҡазаҡ яҙыусыһы Кемел Тоҡаевтың детектив жанрында яҙылған китабын ҡәләмдәше, шулай уҡ йәш яҙыусы Рәзинә Зәйнетдинова менән берлектә башҡортсаға тәржемәһе һәм милли заман прозаһына үҙ өлөшөн ирдергәне өсөн ҡыҙҙар быйылғы Шәйхзада Бабич дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ, тип табылды һәм уға дәғүә ителде.