"Башҡортостан 24" каналының "Өфө ваҡыты" тапшырыуында был юлы һүҙ баш ҡала асылған "Ғәлиә" ислам колледжы тураһында барҙы. Республика ғына түгел, ә бәлки Волга буйы федераль округы субъекттары өсөн имамдар, имам- хатиптар әҙерләүсе уҡыу йорто тағы бер-нисә мәсьәләне хәл итеү юлдарын да асыҡлай. Колледжы директоры Йәмил Хәлирахманов әйтеүенсә, бөгөн республика мосолмандары Диниә назаратына ҡараған бөтә мәсеттәрҙә лә тик урындағы имамдар хеҙмәт күрһәтә.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны 8-347-246-26-84, МАХ ҡушымтаһы һандары 8-937-840-24-24.







