Белорет районында өс кеше һәләк булды

Тулыраҡ: Белорет районында өс кеше һәләк булды

Бөгөн Белорет районында унынсы модель ВАЗ машинаһы пассажир автобусына бәрелде.Ҡот осҡос аварияла еңел машиналағы өс кеше лә һәләк булды. Автобус пассажирҙары иҫән-һау, улар еңелсә тән йәрәхәттәре алған. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, ВАЗ водителе ҙур тиҙлектә ҡаршы яҡ юлға сығып автобустың аҫтына инеп киткән.