Хаҡ артыуға юл ҡуймау, баҙарҙы эре ритейлерҙар баҫып алыуынан һаҡлау, һатыусыларға ла, һатып алыусыларға ла уңайлы шарттар тәьмин итеү. Башҡортостанда 2025 йылға тиклем сауҙаны үҫтереү дәүләт программаһы раҫланды. Республика башлығы тармаҡты баҙар иҡтисадының мөһим этәргесе булараҡ заман талаптарына тап килтереп үҫтереү зарурлығын билдәләне. Башҡортостанда был программаны бойомға ашырыр өсөн 370 миллион һум аҡса бүленә. Төп бурыс — кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты ҡурсалау, интернет аша һатыу эшен камиллаштырыу һәм юғары сифатлы хеҙмәтләндереүгә нигеҙләнгән сауҙаны үҫтереү.Хөкүмәт ултырышында Башҡортостанда юғары квалификациялы фәнни хеҙмәткәрҙәр әҙерләүгә иҫәпләнгән Гранттар тураһында Положение ла ҡабул ителде. Уға ярашлы, 2018 йылда төрлө йүнәлештә тикшеренеүҙәр алып барған аспирант һәм фән кандидаттарына һәр береһе 1 миллион һумға тигеҙ 30 грант тапшырыласаҡ. Йәш ғалимдарҙың ғилми эшмәкәрлегенә ярҙам йәһәтенән Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә бындай күләмле программалар әлегә юҡ.
Башҡортостанда сауҙаны үҫтереү дәүләт программаһы раҫланды
Тулыраҡ: Башҡортостанда сауҙаны үҫтереү дәүләт программаһы раҫланды