Балалар университетында боронғо шөғөлдәр йәрминкәһе үтте

Тулыраҡ: Балалар университетында боронғо шөғөлдәр йәрминкәһе үтте

Халыҡ һөнәрҙәре проекты сиктәрендә Өфөнөң балалар университетында боронғо шөғөлдәр йәрминкәһе үтте. Кескәйҙәр ата-бабаларҙан ҡалған кәсептәр менән яҡындан таныша алды. Һигеҙ йәшен тултырған Роман буш ваҡытында төрлө ҡул эштәре менән шөғөлләнергә ярата. Беренсе йыл ғына шөғөлләнеүенә ҡарамаҫтан, ул күп нәмә яһарға өйрәнгән. Университет 1991-се йылдан эшләй. Бында уҡыусылар төрлө һөнәр үҙләштерә.Балалар университетында кескәйҙәр мәктәптән һуң килеп ете төрлө боронғо һөнәрҙәрҙе үҙләштерә. Әле иһә йәш оҫталар туҡыусылыҡ менән шөғөлләнә. Бындай һөнәр бәләкәй малай-ҡыҙҙарҙы бер урында оҙаҡ ултырырға, башланған эште еренә еткерергә өйрәтә, ти уҡытыусылар.Кескәй малай-ҡыҙҙар шулай уҡ ҡамыштан төрлө һауыттар үрергә, ағасты һырлау, һүрәт төшөрөү, йомшаҡ уйынсыҡтар тегеү менән дә булыша. Шулай уҡ төрлө оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторола.Бында шөғөлләнеүсе балалар, уларҙың ата-әсәләре өсөн йыш ҡына билдәле оҫталар менән осрашыуҙар, күргәҙмәләр ҙә ойошторола. Балалар университетында кескәйҙәрҙе һөнәргә өйрәтеүҙән тыш, йомшаҡ уйынсыҡтар, милли кейемдәге ҡурсаҡтар һатыуға ла сығарыла. Айырыуса ағастан семәрләп эшләнгән сармат боландарын халыҡ яратып ала, ти балалар. Балалар университеты хеҙмәткәрҙәре онотола барған боронғо кәсептәрҙе тергеҙеүгә мөмкин тиклем күберәк бала йәлеп итергә ниәтләй.