Өлөшсөләр мәсьәләһе-иғтибар үҙәгендә

Тулыраҡ: Өлөшсөләр мәсьәләһе-иғтибар үҙәгендә

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса ултырыш уҙҙы. Башҡортостан Республикаһы башлығы алданған өлөшсөләр мәсьәләһен 2019-2020 йылдарҙа хәл итеү маҡсатын ҡуйғайны. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, 2011-се йылдан әлегәсә алданған 3 мең 200 өлөшсөнөң мәсъәләһе хәл ителгән. Зыян күреүселәр исемлегенә тағы ла 1 мең 400 кеше индерелгән.