Башҡортостанда меңәрләгән кеше дәүләт программаһында ҡатнашырға теләп аҡсаһын юғалтҡан. Февраль айында хөкүмәт күрһәтмәһенә ярашлы, Рәсәйҙә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән Федераль программа 31 майға тиклем оҙайтылғайны. Уны юллау өсөн халыҡ кәрәкле документтар тупларға ашыҡты, әммә 7 март көнө программа ваҡытынан алда туҡтатылыуы тураһында билдәле булды. Ни өсөн дәүләт ярҙамды барыһына ла күрһәтмәгән? Ҡиммәтле справкаларға түләнгән аҡсаны ҡайтарып буламы? Альбина Фаршатова тормош иптәше менән сит кеше тупһаһын тапауҙан арып коммуналь фатирҙа 15 квадрат метрлыҡ булһа ла бүлмә һатып ала. Үҙ мөйөшө өсөн улар ай һайын иренең ярты эш хаҡын түләргә мәжбүр. Дәүләт бындай ғаиләләргә кредитты өлөшләтә ҡаплауҙа ярҙам күрһәтеүе тураһында ишетеп ҡалғас Альбина шунда уҡ уны юллауға документтар йыя башлай. Тик справкалар әҙерләнгәнсе программа ваҡытынан алда туҡтатыла.Һәм бындай ғаиләләр ысынлап та күп. 2015 йылда эш башлаған федераль программаға декабрь айында үҙгәрештәр индерелгәс уға дәғүә итеүселәр һаны ла арта. Юллау өсөн кешеләр кәм тигәндә лә 6-шар мең һум аҡса түгә. Шулар араһында Коркиндар ғаиләһе лә бар.Торлаҡ ипотека кредиты агентлығы бындай ҡарарҙы программаны тормошҡа ашырыуға бүленгән аҡсаларҙың бөтөүе менән аңлата. Ҡыҙыу линия аша шылтыратыусылар бер үк яуап ишетә.Ипотека кредитын өлөшләтә ҡаплау өсөн дәүләт ярҙамы алырға теләүселәр бөгөн йәнә күп функциялы үҙәккә килә. Уларҙы ЕГРП белешмәләрҙе өсөн түләнгән аҡсаларҙы булһа ла кире ҡайтарыу һорауы борсой. Белешмәне Росреестр әҙерләй, шуға ла аҡса өсөн дә был ведомство яуаплы.Дәүләт ярҙамына дәғүә итеп тә үҙҙәренең мохтажлығын дәлилләп өлгөрмәгән кешеләр ризаһыҙлығын йәшермәй. Күптәр документтар юллар өсөн кредиттан былай ҙа артмаған аҡсаны бурысҡа ала. Дәүләт программаһының ашығыс рәүештә туҡтатылыуы былай ҙа эш хаҡының күп өлөшөн ипотекаға түләгән кредиторҙарҙың асыуын ҡабартты ғына. Уның шауҡымы бөтә Рәсәй буйлап таралды. Әле интернетта халыҡ программаны оҙайтыуҙы һорап Владимир Путин һәм хөкүмәт рәйесе исеменә петиция яҙа.
Ҡиммәтле справкаларға түләнгән аҡсаны ҡайтарып буламы?
Тулыраҡ: Ҡиммәтле справкаларға түләнгән аҡсаны ҡайтарып буламы?